ДРОЗДОВ Николай Андрианович (23.12.1897, С.‑Петербург — 8.10.1981, Ленинград), агроном. А.х. ф. д‑ры (1939), проф. (1939). Ҡырым ун‑тын тамамлағандан һуң (Симферополь ҡ., 1923) Краснодар ҡ. һәм Төньяҡ Кавказ крайының, 1932 й. — Ленинградтың, 1934 й. алып Мәскәүҙең ғилми-тикшеренеү учреждениеларында эшләй. 1936 й. башлап БАХИ‑ның үҫемлекселек каф. мөдире. 1940 й. алып Ленинград а.х. ин‑тында (Пушкин ҡ.): 1948 й. тиклем һәм 1955—77 йй. үҫемлекселек, 1950—55 йй. техник культуралар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. культураларын (кукуруз, пастернак, шәкәр сөгөлдөрө, фасоль) эшкәртеүҙең зонаға ярашлы технологияларын тикшереүгә, баҫыу культураларында үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрҙе ҡулланыуға бәйле. Д. Башҡортостандың урман-дала зонаһы шарттарында кукуруз үҫтереү технологияһын эшләй, органик, минераль ашламаларҙың һәм ҡар тотоуҙың ужым бойҙайы уңдырышлылығына тәьҫирен өйрәнә. Кукуруздың Миловка сорты авторы. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Результаты опытов с озимой пшеницей в условиях БАССР //Труды Башкирского сельскохозяйственного института. Уфа, 1939 Т.; Растениеводство. Л., 1964 (авторҙ.).

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.