“ДМИТРИЕВКА” совхоз‑заводы, ДУАХП. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Подымалово ауылы. Составына Волков, Дмитриевка һәм Подымалово бүлексәләре, һөт пастеризациялау, он тартыу, йәшелсәселек һ.б. участкалар инә. 2007 й. 322 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 10556 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6921 га. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары — 23, картуф — 160, йәшелсә — 300; етештереү (т): иген — 9017, картуф — 4035, йәшелсә — 673. Һыйыр малы һаны — 2026, сусҡалар — 306; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3039 кг; етештереү (т): һөт — 2899, ит — 190. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1928 й. “Д.” с‑зы булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018