АҘНАҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1205 кеше; 1920 — 1557; 1939 — 873; 1959 — 484; 1989 — 238; 2002 — 240; 2010 — 258 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1626 й. билдәле. 1753 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан, 1815 й. — аҫаба хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар. 1795 й. 167 кеше йәшәгән, 1865 й. 115 йортта — 457 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы, 15 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, шарап һәм 5 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. З.М.Хөсәйенов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке