ДИЛОГИЯ (гр. di – ике тапҡыр һәм ...логия), үҙ-ара төп фекер, сюжет һәм ҡатнашыусылар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән үҙ аллы ике әҫәрҙең берләшмәһе. Башҡ. һүҙ сәнғәтендә бәхет, дөрөҫлөк өсөн көрәш идеяһы, персонаждар (Аҡбуҙат, Һомай, Ҡәһҡәһә һ.б.) м‑н берләшкән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары Д. тәүге өлгөһө булып тора. Башҡ. драматургияһындағы Д.: С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” (1934) м‑н “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” (1940), Н.Асанбаевтың “Рәйсә” (1957) м‑н “Фәйзи” (1962), А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” (1979) м‑н “Һуңғы уҙаман” (1986; яңы редакцияла “Һағыш йылғаһы”, 2001) пьесалары һ.б.; прозала: Ә.Вәлиҙең “Май ямғыры” (1958) м‑н “Гөлйемеш сәскәһе” (1963); Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Умырзая” (1968) м‑н “Ай битен йыуғанда” (1972); Ә.Хәкимдең “Һауыр ҡумта” (1982) м‑н “Думбыра сыңы” (1984) романдары һ.б.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке