ДИВАЕВ Рәшит Мансур улы [12.1.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Туҡай а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.2010, ш. уҡ р‑ндың Дүртөйлө а.], агроном. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1981). БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1947—51 йй. Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1954 й. алып Ауырғазы р‑нында: 1958 й. — “Ленин юлы” к‑зы рәйесе урынбаҫары, 1960—95 йй. “Октябрь” к‑зы агрономы. Д. етәкс. иткәндә “Октябрь” к‑зы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы — 24,8, шәкәр сөгөлдөрөнөкө — 281, картуфтыҡы — 150, кукуруздың (йәшел массаһы) 240 ц/га тәшкил итә (1970). Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Животноводству — полноценные корма. Уфа, 1973.

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке