ДЕТРИТОФАГТАР (лат. detritus — ҡырылған һәм гр. phagos – ҡомһоҙланып ашаусы), детрит (сереп тарҡалған хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм бәшмәктәрҙең микроорганизмдары м‑н бергә ваҡ өлөшсәләре) м‑н туҡланған ҡоро ер һәм һыу хайуандары. Д. араһында умыртҡаһыҙ хайуандар күп. Һыу Д. грунт ашаусылар һәм сестонофагтар инә. Грунт ашаусылар (ҡайһы бер аҙ төклө һәм күп төклө селәүсендәр, ике ҡанатлыларҙың ҡарышлауығы, сипункулид һ.б.) грунтты унда булған органик матдәләрҙең өлөшсәләре, ваҡ хайуандар һәм үҫемлектәр м‑н бергә йота. Составында детрит күп булған һыу төбө участкалары өсөн хас. Сестонофагтар сестон (һыуҙағы детрит өлөшсәләре һәм ваҡ планктон) м‑н туҡлана; планктон (ишкәк аяҡлы һәм айғолаҡ аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар, оболочниктар һ.б.) һәм һыу төбө (болоттар, ҡабырсаҡтар, бүздәктәр һ.б.) хайуандарына бүленә. Ҡоро ер Д. (селәүсендәр, ике пар аяҡлы ҡырғаяҡтарҙың күбеһе, ҡайһы бер бөжәктәрҙең ҡарышлауығы) башлыса тупраҡтың органик матдәләре һәм ундағы тере микроорганизмдар м‑н туҡлана. Умыртҡалы хайуандарҙан ҡайһы бер балыҡтар (табан балыҡ, ҡорбан, сабаҡ), ҡоштар (ҡарғалар), имеҙеүселәр (ҡомаҡтар) детрит ашаусылар булып тора. Д. экосистемаларҙың мөһим быуыны һанала, йыртҡыстар өсөн аҙыҡ булып тора, тупраҡ яһау процестарында ҡатнаша.

Р.Ф.Биккинин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018