ДЕРЖАВИН Гаврила Романович [3.7.1743, Ҡазан губ. Кармачи а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сокуры а.) — 8.7.1816, Новгород губ. Званка а., ш. уҡ губернаның Хутынь монастырында ерләнгән; 1959 й. Новгород ҡ. күсереп ерләнгән], дәүләт эшмәкәре, шағир. Балалыҡ йылдарын Ырымбур губернаһында үткәрә. Тайный советник (1743), сенатор (1783). Дворяндарҙан. 1762—77 йй. рус армияһында, лейб‑гвардия капитан-поручигы (1777). Уложенный комиссия секретары. 1784 й. алып — Олонец, 1786—88 йй. Тамбов наместниклыҡтары идарасыһы. 1791 й. башлап императрица Екатерина II статс‑секретары. 1794 й. алып Коммерц‑коллегия президенты, 1801 й. дәүләт казначейы, 1802—03 йй. юстиция министры һәм Дәүләт советы ағзаһы. Урыҫ классицизмы вәкиле. “Фелица” (1782), “Вельможа” (1774—1794), “Шарлауыҡ” (“Водопад”; 1791—1794) һ.б. мәҙхиәләре мәғрифәтселек абсолютизмы идеялары м‑н һуғарылған. “Ялған исем аҫтында йөрөүсе Пугачёвты эҙләүҙең көнлөк яҙмаһы” (“Дневная записка поисков над самозванцем Пугачёвым”) һәм “Бөтәһенә лә билдәле ваҡиғалар һәм ысын эштәрҙән торған яҙмалар” (“Записки из известных всем происшествиев и подлинных дел”; икеһе лә — 1876) мемуарҙарында Е.И.Пугачёв етәкс. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тасуир ителә, уны баҫтырыуҙа Д. үҙе ҡатнашҡан.

Тәрж. Р.А.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.