ДЕНИТРИФИКАЦИЯ (дe... һәм нитрификация), азоттың окисланған берләшмәләренең (нитраттар, нитриттар) — молекуляр азот, ҡайһы берҙә уның оксидтары хәленә кире ҡайтыу микробиол. процесы. Д. факультатив анаэробтар булған бактерияларҙың тереклек итеүе һөҙөмтәһендә, ирекле кислород булмағанда тормошҡа ашырыла. Д. ситләтелгән Д. (уның барышында нитраттар аммоний тоҙҙары, аминдар йәки амидтар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә) айыралар. Д. насар аэрация, тупраҡтың юғары дымлылығы һәм унда нитраттарҙың һәм органик берләшмәләрҙең етерлек күләмдә булыуы булышлыҡ итә. Д. һөҙөмтәһендә атмосфераға йыл һайын 300 млн т ашыу молекуляр азот бүленеп сыға. Д. — тупраҡтың һөрөлә торған ҡатламында азоттың юҡҡа сығыуының төп сәбәбе. 1970—90 йй. Д. активлығын өйрәнеү һәм тупраҡта (ш. иҫ. антропоген йоғонто кисергән) денитрификаторҙарҙың (Pseudomonas fluorescens, Micrococcus denitrificans, Achromobacter stutzeri һ.б.) һанын билдәләү Биология институтында (М.Н.Буранғолова, И.А.Мазилкин, И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева), Аграр университетта (Н.М.Нурмөхәмәтов) үткәрелә.

Әҙәб.: Киреева Н.А., Водопьянов В.В., Мифтахова А.М. Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001; Нурмухаметов Н.М. Биологические пути повышения эффективного плодородия почв. Уфа, 2001.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.