ДЕНДРАРИЙ (гр. dendron — ағас), дендрологик баҡса, арборетум, асыҡ тупраҡта үҫтерелгән ағас үҫемлектәр (ағастар, ҡыуаҡтар, тәпәш ҡыуаҡтар, лианалар) коллекцияһы урынлашҡан майҙан. Д. төҙөгәндә ландшафт принцибы күҙ уңында тотола: үҫемлектәр систематик, геогр., экол., декоратив һ.б. билдәләр б‑са ултыртыла. Д. донъялағы һәм урындағы ағас флораһының төрлөлөгө күрһәтелә, ағас үҫемлектәрҙең интродукцияһы, климатҡа яраҡлашыуы һәм селекцияһы б‑са эш алып барыла (ҡара: Дендрология); урмансылыҡта һәм йәшелләндереүҙә ҡулланылған йәш үҫентеләр үрсетелә. РФА‑ның Н.В.Цицин ис. Баш ботаника баҡсаһы (Мәскәү) һәм С.М.Киров ис. Урман‑техник акад. (С.‑Петербург) Д. Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала.

Башҡортостанда тәүгеләрҙән тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Шөңгәккүл дала дендропаркы төҙөлә (1965), унда ағас үҫемлектәрҙең 200‑ҙән ашыу төрө һәм формаһы үҫә. Ботаника баҡса‑институтының ҙур дендрологик коллекцияһы (700‑ҙән ашыу төр һәм форма; 500‑ҙән ашыу сорт) бар. 1975 й. 1000‑гә яҡын төр һәм форма үҫтерелгән Бөрө пед. ин‑ты (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы) Д., 1995 й. “Берендей” балалар дендрологик паркына (Бөрө р‑ны) нигеҙ һалына; Урман тәжрибә станцияһының дендрологик коллекцияһында ағас үҫемлектәрҙең 100‑ҙән ашыу төрө һәм формаһы иҫәпләнә.

Әҙәб.: Ботанический сад Института биологии Башкирского филиала АН СССР (краткий путеводитель). Уфа, 1987; Башкирский ботанический сад: история, коллекции, научные достижения (к 70‑летию образования). Уфа, 2002.

Н.А.Мартьянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018