АҘНАҒОЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 290 кеше; 1920 — 400; 1939 — 262; 1959 — 304; 1989 — 210; 2002 — 221; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Хвалын урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1763 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең (уның улы Тишен Аҙнағолов билдәле) исеме м‑н аталған. 1795 й. 23 йортта 135 кеше йәшәгән, 1866 й. 65 йортта — 334 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Л.А.Абдрахманова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке