ДЕМИЧЕВА Раиса Николаевна (20.1.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Константиновка а. — 9.8.1995, БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Дорошевка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1943 й. алып Дәүләкән р‑нында эшләй: 1946 й. тиклем “Яңы көнкүреш” к‑зында, 1951 й. башлап “Дуҫлыҡ” к‑зында, 1963—87 йй. (өҙөклөк м‑н) “Коммунар” к‑зының комплекслы бригадаһы бригадиры, 1978—81 йй. Сергиополь а/с рәйесе. Д. бригадаһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы 20 ц/га ашыу тәшкил иткән, һәр һыйырҙан — 3126 кг һөт, тауыҡтарҙан 152‑шәр дана йомортҡа алынған (1969). РСФСР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018