ДЁМИНА Татьяна Ғәле ҡыҙы (4.1.1941, Өфө), селекционер. А.х. ф. канд. (1970). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Хәйбулла дәүләт урман питомнигында агроном булып эшләй. 1970 й. алып БНИИСХ‑ла: 1976 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре алмағас, груша селекцияһына, емеш культураларын тиҙләтеп үрсетеүҙең һөҙөмтәле алымдарын эшләүгә һ.б. арналған. Д. тарафынан алмағастың Башкирский изумруд, Башкирское зимнее, Бельфлёр Башкирский, Буляк, Кушнаренковское осеннее сорттары сығарыла. 90‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Садоводство в Башкортостане. Уфа, 2006 (авторҙ.); Плодово-ягодный сад в Уральском регионе. М., 2008 (авторҙ.).

З.И.Сарбаева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке