ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич [18.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Уҫылыбаш а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) – 2.3.1944, Кувшиновка ҡ.], яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск совет‑партия мәктәбен (1921), ВКП(б) ҮК эргәһендәге партия хеҙм‑ре курстарын (Мәскәү, 1926) тамамлаған. 1922 й. алып партия органдарында эшләй. 1934 й. башлап Сыуаш АССР‑ында йәшәй һәм эшләй: Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары һәм секретары, 1938—41 йй. “Чаваш коммуни” (“Сыуаш коммунаһы”) гәз. һәм Сыуаш АССР‑ы ХКС‑ы эргәһендәге Радиомәғлүмәт ком‑тының әҙәби хеҙм‑ре. “Партизандар” (1935) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығында яҙыусы Себерҙәге үҙе ҡатнашҡан партизандар һуғышын һүрәтләй. “Колхоз хикәйәләре” (1936), “Революция ялҡыны” (1960; бөтәһе лә — сыуаш т.) һ.б. китаптарында сыуаш халҡының революция (1917), Граждандар һуғышы һәм коллективлаштырыу осорондағы тормошо сағылдырыла. Уҫылыбаш урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке