ДӘҮЛӘТШИН Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (17.12.1893, Һамар губ. Ташбулат-Күстән а., хәҙ. Һамар өлк. Оло Глушица р-ны Таш-Күстән а., — 10.7.1938, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе Донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих-партия ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1933). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Башҡортостан Ваҡытлы революцион советын ойоштороусыларҙың береһе, “Башҡурдистан” гәз. хеҙм‑ре. 1918 й. майынан Татар-Башҡорт Совет Республикаһының ойоштороу съезын саҡырыу б-са комиссия ағзаһы. 1918 й. авгусынан Һамар губ. эшләй: Пугачев өйәҙендә, 1921 й. губ. халыҡ мәғарифы бүлектәрендә. 1922 й. алып Мәскәүҙә: РКП(б) ҮК‑ның Үҙәк татар-башҡ. бюроһы ағзаһы, “Эшсе” гәз., “Ҡыҙыл Шәреҡ” ж. мөхәррире, РКП(б) ҮК ҡарамағындағы “Нәшриәт” ойошмаһының идара рәйесе. 1923 й. сентябренән Академүҙәк рәйесе; 1924 й. март—окт. РКП(б) Арғаяш кантон ком‑тының яуаплы секретары; 1924—27 йй. БАССР мәғарифының халыҡ комиссары урынбаҫары; 1927 й. ВКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты матбуғатының сәйәси бүлек мөдире, 1928—30 йй. Башҡ. дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире, 1933 й. Баймаҡ р-ны “Йылайыр” совхозының сәйәси бүлеге етәксеһе, 1935 й. апр.— нояб. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тының директоры. 1935 й. окт. 1937 й. февр. тиклем БАССР мәғариф халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1936 й. алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” ж. баш мөхәррире. Д. тәүге хикәйәләре “Белем” һәм “Сәсән” (ҡар. “Ағиҙел”) ж. донъя күрә. Әҫәрҙәрендә башҡ. халҡының 20-се йй. уртаһындағы соц. тормошоноң киң панорамаһы сағылыш таба. Д. ижадына ысынбарлыҡты ҡырыҫ реалистик һүрәтләү хас. Уның әҫәрҙәре стиль баҙыҡлығы м‑н айырылып тора, тормош ваҡ-төйәктәренә ҙур иғтибар бирелә. “Ҡунаҡ” (1925) хикәйәһендә бөтә уңышты ҡунаҡтарҙы һыйлауға тотоноп, аҙаҡ бер телем икмәкһеҙ ҡалған һаҡһыҙ ғаиләгә ҡарата авторҙың ҡыҙғаныусан-шелтәле ҡарашы сағыла. “Ҡуңалтаҡ тормош” (1928) китабында Д. ярлы башҡ. ауылының һәм бай немец колонияһының контрасын сағыу буяуҙар м-н ентекле һүрәтләп бирә. Совет власын урынлаштырыу осоронда ауылда төрлө соц. ҡатламдар араһында барған көрәшкә арналған “Зилский” (1927) повесы һәм “Коммуна” [яҙылып бөтмәгән; айырым бүлектәре “Ҡыҙылармеец” (1936) китабына ингән] романы авторы. 1927 й. “Башҡорт аймағы” ж. (№3) Д. Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттары т‑дағы “Бүгәсәү башҡорттарында” очеркы баҫылып сыҡҡан. 1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезы, 1-се Башҡ‑н совет яҙыусыларының съезы (Өфө, 1934) делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана. Баймаҡ р-ны Йылайыр совхозының Үҙәк усадьба а. (Яковлевка а.) элек Дәүләтшин һәм уның ҡатыны Һ.Л.Дәүләтшина йәшәгән йорт урынында төҙөлгән бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Хикәйәләр. Өфө, 1935; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1963.

Әҙәб.: Ергин Ю.В. Портреты. Деятели народного образования Башкирии. Уфа, 2008.

Ю.В.Ергин, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова