• Печать

ҒИРФАНОВ Солтан Ғирфан улы [3.7.1913, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 31.3.1989, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Ҡыйғы р‑нында эшләй: 1938 й. башлап баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1946 й. — йылҡысылыҡ фермаһы мөдире, 1949 й. — С.М.Киров ис. к‑з рәйесе, 1954 й. — “Ҡыҙыл Урал” к‑зы агрономы, 1966—70 йй. Йыланлы а/с рәйесе. Ғ. фермала эшләү осоронда өлкән һәм йәш аттарҙың һаҡланыу кимәле 100%‑ҡа барып еткән (1947). Ленин (1948), 3‑сө дәрәжә Дан (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ясман Б. У власти сельской //Герои Труда Башкирии: Очерки о Героях Социалистического Труда. Уфа, 1970.

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке