ҒИЛДАНОВ Хәләф Ғилван улы (1.2.1932, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Кесе Бишҡурай а. — 7.1.1994, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1975). 1952—92 йй. Илеш р‑нының “Коммунар” к‑зында тракторсы булып эшләй. Хеҙмәт нормаһын 3,6 тапҡырға арттырып үтәү һәм һөрөү сифатын яҡшыртыу иҫәбенә Ғ. юғары уңыш күрһәткестәренә өлгәшә (ц/га): бойҙайҙыҡы — 39,2, һолоноҡо — 41,1 (1974). БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Әҙәб.: К о з л о в А. Высшая доблесть //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.