ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892 й. сент., Һамар губ. Ташбулат-Күстән а., хәҙ. Һамар өлк. Оло Глушица р‑ны Таш-Күстән а., — 7.12.1937, Өфө), тел белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында — мәҙрәсә (1910), Ленинград көнсығыш ин‑тын (1931) тамамлаған. 1918 й. алып Ташбулат-Күстән ауыл советы рәйесе, 1920 й. — инспектор, 1921—22 йй. Туҡ-Соран кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1925—29 йй. Өфөлә 2‑се баҫҡыс В.И.Ленин ис. мәктәп-интернатта уҡытыусы. 1931 й. башлап К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыта, 1934 й. — башҡ. теле каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. теленең орфографияһы, диалектологияһы проблемаларына арналған. Башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм практик мәсьәләләрен эшләүҙә ҡатнаша. “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге”н (1930) төҙөүсе, “Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей” (1929; З.Н.Айыуханов м‑н берлектә) тип аталған латиницаға нигеҙләнгән башҡ. телендәге тәүге әлифба, “Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек” (1935) исемле вуздар өсөн тәүге башҡ. теле дәреслеге авторы. БашҮБК ағзаһы (1929 й. алып). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Хеҙм.: Башҡорт теле һәм уны дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре. Өфө, 1929; Әсә теленән эш китабы. Өфө, 1931 (авторҙ.).

Ю.В.Ергин, М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке