ҒИЗЗӘТУЛЛИН Сафуан Ғәлләметдин улы [27.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ташлы а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 30.3.1999, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1965), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Дүртөйлө р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑зында, 1958 й. алып Биология ин‑тында, 1963—94 йй. БДАУ‑ҙа (1978—93 йй. агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге минераль ашламалар ҡулланыу ысулдарын һәм дозаларын, сидераттарҙың ҡомло һәм ныҡ ҡомло тупраҡтарҙың агрохимик үҙенсәлектәренә тәьҫирен һәм Башҡортостандың урмандала зонаһында а.х. культураларының уңды‑ рышлылығын өйрәнеүгә арналған. Ғ. ҡатнашлығында тупраҡҡа минераль ашламалар һибеүҙең ауыш таҫма ысулы уйлап табыла. 160 фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Справочник по удобрениям. Уфа, 1973; Сложные и концентрированные удобрения и их применение в Башкирии. Уфа, 1976.

 

В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика