ҒИЗБУЛЛИН Наил Ғәйфулла улы (27.3.1937, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Өлкөндө а.), агроном. Украина аграр фәндәр акад. мөхбир ағзаһы (1995), а.х. ф. д‑ры (1982), проф. (1986). Украинаның атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2012). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) БНИИСХ‑ның бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ тәж.‑производство хужалығы директоры. 1966 й. алып Украина аграр фәндәр акад. Шәкәр сөгөлдөрө ин‑тында (Киев ҡ.): 1968 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1982 й. — лаб. мөдире, 1986 й. — бүлек мөдире, 1992 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре БР, РФ һәм Украинаның төрлө тупраҡ-климат шарттарында шәкәр сөгөлдөрө орлоҡсолоғоноң агроэкологик нигеҙҙәрен һәм уны үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. Ғ. шәкәр сөгөлдөрө орлоғо гибридтарын үҫтереү, үрсетмә ысулын ҡулланып бер вегетация осоронда орлоҡ алыу технологияларын эшләй. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Агроэкологические основы зонального семеноводства сахарной свёклы. М., 1981; Повышение эффективности производства семян сахарной свёклы. М., 1981; Технология выращивания семян гибридов сахарной свёклы, созданных на цитоплазматической мужскостерильной основе. Киев, 2002 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика