ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ, гидротехник мелиорация, а.х. ерҙәренең уңайһыҙ һыу режимын яҡшыртыу б‑са техник, агротехник һәм ойоштороу‑хужалыҡ саралары системаһы. Г. һыу режимын көйләй, шул уҡ ваҡытта тупраҡтың һауа, йылылыҡ һ.б. режимдарына тәьҫир итә, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә һәм а.х. культураларынан тотороҡло юғары уңыш алыу өсөн шарттар тыуҙыра. Г. төп төрҙәре: дымландырыу (һыуһыҙ һәм аҙ һыулы терр‑яларҙы һыу м‑н тәьмин итеү), һуғарыу (дым етешмәгән баҫыуҙарға һыу һиптереү) һәм киптереү (ер өҫтөнән һәм тупраҡтан артыҡ һыуҙы бөтөрөү). Һуғарыу ысулдары: өҫкө (бураҙна, һыҙатлап һибеү, һыуға батырыу), яһалма ямғыр яуҙырыу (яһалма ямғыр яуҙырыу машиналары, ҡоролмалары һәм аппараттары ярҙамында тупраҡ һәм үҫемлектәр өҫтөнә яһалма ямғыр рәүешендә һыу биреү), тупраҡ эсе (һыу үткәргес ярҙамында тупраҡтың тамыр тереклек иткән ҡатламына һыу ебәреү), лиман (тупраҡты һуғарылыусы майҙан буйлап таралған дамба, тоташтырғыс һ.б. гидротехник ҡоролмалар системаһы ярҙамында ҡар, ташҡын һ.б. һыуҙар м‑н тәрән бер ҡат яҙғы дымландырыу) һ.б. Артыҡ һыуҙы дренаж йәки канал ярҙамында ситкә йүнәлдерәләр. Г. үткәреү өсөн гидромелиоратив система төҙөйҙәр, уларҙы тәғәйенләнеше б‑са һуғарыусы, киптереүсе, киптереү‑дымландырыусы һәм дымландырыусыларға бүләләр. Башҡортостанда һуғарыу һәм киптереү ҡулланыла. Г. б‑са беренсе эштәр респ. 20 б. 20‑се йй. башлана. Һуғарылған ерҙең майҙаны (мең га): 1927 й. — 1,02; 1941 й. — 10; 1962 й. — 1,45; 1975 й. — 61,2; 1991 й. — 140; 2000 й. — 64,9; 2010 й. — 35,5. Киптерелгән ерҙең майҙаны (мең га): 1991 й. — 34,0; 2000 й. — 34,5; 2010 й. — 32,4. Һуғарылған һәм киптерелгән ер башлыса мал аҙығы культураларын үҫтереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда яһалма ямғыр яуҙырыу һуғарыуҙың төп ысулы булып тора. Хәйбулла р‑нында майҙаны 2,4 мең га булған терр‑яла лиман һуғарыуы ҡулланыла. 2010 й. респ. иң эре һуғарыу системалары булып Әбйәлил (майҙаны 2197 га), Әлшәй (2132 га), Дмитриевка (Өфө р‑ны, 1586 га), “Спартак” (Стәрлетамаҡ р‑ны, 701 га) системалары тора. Иң эре киптереү системалары — Краснокамала (2525 га) һәм Борайҙа (1748 га). Мелиорацияланыусы тупраҡ торошон, һыу һибеү режимы үтәлешен контролдә тотоуҙы — «“Башмелиоводхоз” идаралығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы; гидромелиоратив системаларҙы һәм һыу хужалығы объекттарын төҙөү, файҙаланыу һәм ремонтлауҙы “Башмелиоводхоз” ДУП‑ы (ҡара: “Башводмелиорация”) тормошҡа ашыра. Башҡортостанда Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта  80‑се йй. гидромелиорация һәм урман хужалығы ф‑ты ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай: а.х. культураларын һуғарғанда ашламалар ҡулланыу (Р.М.Илһамов), картуфты үҫтергәндә һуғарыу (Д.А.Андрианов), бәләкәй йылғаларҙа йомшаҡ быуалар төҙөгәндә һыу үткәрмәүсе материалды ҡулланыу (В.Л.Бондаренко, А.И.Лемешев) өйрәнелә. 1990 й. башлап һуғарыуҙың тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәренә тәьҫирен (Й.Т.Һөйөндөков), гидромелиоратив сараларҙың иҡт. һөҙөмтәлелеген баһалау (З..Гәлин), мелиорацияланыусы ерҙәрҙең гидрогеол. үҙенсәлектәрен (Р.Ф.Абдрахманов) өйрәнеү, һуғарыуҙың иҡтисади файҙалы һәм экологик хәүефһеҙ нормаларын билдәләү, һуғарыу режимдарын эшләү (М.Ғ.Ишбулатов, А.В.Комиссаров, Х.М.Сафин) һ.б. алып барыла. Геология институтында мелиоратив гидрогеология б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Абдрахманов). Башҡорт дәүләт университетында мелиорацияланыусы ерҙәрҙең гидрологик режимы тикшерелә (В.А.Балков, А.М.Гәрәев). Шулай уҡ ҡара: Мелиорация, Һуғарыулы игенселек, Һыу алыу ҡоролмаһы.

Әҙәб.: Сельскохозяйственные гидротехнические мелиорации. М., 1981; Краткая история развития мелиорации и водного хозяйства в Республике Башкортостан. Уфа, 2004.

М.Ғ.Ишбулатов, Х.М.Сафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика