ДӘҮЛӘТБИРҘИН Исхаҡ Ғүмәр улы [20.12.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Байғусҡар а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 4.11.2011, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1982), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өфө юғары партия мәктәбен тамамлаған (1959). 1941 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләй: 1963—86 йй. “Таналыҡ” с‑зы директоры. Д. етәкс. совхоз респ. иң алдынғы һәм рентабелле хужалыҡтарының береһенә әйләнә. 1986 й. совхозда иген культураларының уңдырышлылығы 20,1 ц/га тиклем күтәрелә, бер һарыҡтан 4,4 кг тиклем йөн алына. Ленин (1973), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке