ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ, ғәрәп телле халыҡтар (ҡара: Ғәрәп теле), ш. уҡ бер ни тиклем үҙгәрештәр м‑н Иран, Афғанстан, Һиндостан, Пакистан һәм Ҡытай (Синь‑цзян) халыҡтары ҡулланған хәрефле яҙыу. Ғ.я. б.э.т. 2 б. — б.э. 4 б. ҡулланылған арамей алфавиты нигеҙендә Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Ғәмәлдә Ғ.я. 6 б. Хира ҡ. формалаша, 7 б. Ҡөрьәнде тәүге тапҡыр яҙғанда үҫешә, артабанғы таралыуы (7—10 бб.) ғәрәп ҡаҙаныштары һәм исламдың таралыуына бәйле. Ғ.я. нигеҙендә 28 хәрефтән торған алфавит ята (ҡара: 1‑се табл.), шуларҙың 22‑һе һыҙыҡсалар ярҙамында 2 яҡтан да тоташтырыла һәм 4 төрлө яҙылышлы (һүҙ башында, һүҙ уртаһында, һүҙ аҙағында һәм айырым яҙылыш), 6 хәреф тик уң яҡтан ғына тоташтырыла, 2 генә төрлө яҙылышлы һәм улар “һыныҡ хәрефтәр” тип атала. “Алиф”, “уау”, “йа” хәрефтәре оҙон һуҙынҡыларҙы [а, у, и] белдереү өсөн ҡулланыла, ҡыҫҡа һуҙынҡылар, ҡуш тартынҡы өндәр һәм һуҙынҡыларҙың булмауы үҙенсәлекле юл өҫтө һәм юл аҫты тамғалары — “фәтхә”, “кәсрә”, “дамма”, “тәшдид”, “сәкен” м‑н белдерелә. Ғ.я. йүнәлеше — уңдан һулға. Быуаттар дауамында бик күп яҙыу рәүеше стилдәре формалаша. Боронғо яҙыу рәүештәренең (10 б. тиклем) береһе булып куфи яҙыуы (биҙәкле-декоратив) тора. 10—13 бб. нәсех, сөлөс, мөхәҡҡаҡ, рәйхани, тәүҡиғ һәм риҡағ барлыҡҡа килә. Урал-Волга төбәгендә 14 б. аҙ. каллиграф Мирғәли Тәбризи тарафынан нәсех һәм тәғлиҡ яҙыуҙары нигеҙендә эшләнгән нәстәғлиҡ яҙыуы тарала. Ул Урал-Волга буйы төрки телендә яҙыу өсөн ҡулланыла. Революцияға (1917) тиклем башҡорт яҙыуында Ғ.я. 3 төрө ҡулланыла: “иҫке имлә” (иҫке орфография), “урта имлә” (урта орфография), “яңы имлә” (яңы орфография). Уларҙың береһе лә башҡорт теленең фонетик үҙенсәлектәрен теүәл сағылдыра алмай. Революциянан һуң Академүҙәктең махсус комиссияһында эшләгән С.Л.Рәмиев ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡ. теле өсөн 33 хәрефтән торған алфавит төҙөй. Был алфавит (ҡара: 2‑се табл.) 1924 й. раҫлана һәм ҡайһы бер үҙгәрештәр м‑н 1928 й. латин алфавиты индерелгәнгә тиклем ҡулланыла.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993; Истрин В.А. Возникновение и развитие письма. М., 1965; Крачковский И.Ю. Над арабскими рукописями. М., 1965; Рукописная книга в культуре народов Востока. Очерки в 2 кн. Кн.1. М., 1987.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Илл.: 1. Ғәрәп алфавиты; 2. Ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән башҡорт алфавиты

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика