ҒӘРӘП ТЕЛЕ, семит телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөм). Бөтә ғәрәп илдәренең (Ираҡ, Ливан, Сүриә һ.б.), Сомали һәм Джибути Республикаларының рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Азияның һәм Төньяҡ Африканың башҡа илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 млн ашыу кеше. Иврит теленә яҡын. Ғ.т. боронғо төньяҡ ғәрәп теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Классик Ғ.т. исламға тиклемге шиғриәттә (5—6 бб.) һәм Ҡөрьән телендә (7 б.) формалаша. Ғ.т. боронғо ваҡыттарҙан диалекттарға тармаҡланыу хас; хәҙ. диалекттарҙың төп төркөмдәре: ғәрәбстан, көнсығыш (йәки месопатамия), үҙәк ғәрәп, мысыр-судан, төньяҡ африка (йәки мәғриб). Ғ.т. фонетикаһына хас һыҙаттарҙың береһе — теш араһы фрикативтарының [з,с], тамаҡ [‘] һәм яңғырау [дж] аффрикатаһының булыуы. Тартынҡылар ғәҙәттә һүҙ тамырының тәүге мәғәнәһен билдәләй, ә һуҙынҡылар һүҙҙең эске структур үҙгәреүе иҫәбенә лексик-грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра һәм һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлай. Мәҫ., ‑ктб- (яҙыу) тамырынан һуҙынҡыларҙы үҙгәртеү юлы м‑н түбәндәге һүҙҙәрҙе яһарға мөмкин: “кәтб” (яҙма), “кәтиб” (яҙыусы, әҙип), “китаб” (китап), “кутиба” (яҙылған), “мәктәб” (мәктәп), “мәктүб” (хат). Ғ.т. төп морфол. үҙенсәлектәре: бөтә исемдәр өсөн билдәлелек-билдәһеҙлек категорияһы һәм грамматик категорияларҙың берҙәм системаһы; ике төрлө үҙгәрешле (2 һәм 3 килешле) килештәр системаһы; исемдә лә, ҡылымда ла өс грамматик һандың (берлек, парлылыҡ һәм күплек) һәм ике енестең (ир һәм ҡатын-ҡыҙ) булыуы; ҡылымдың ваҡыт формаларының үҫешкәнлеге (3 ябай һәм 3 ҡатмарлы ваҡыт) һ.б. Ғ.т. синтаксисында ҡылымлы һәм исемле һөйләмдәр системаһы үҫешкән. Телмәрҙе теркәү өсөн ғәрәп яҙмаһы файҙаланыла. 10 б. алып Ғ.т. Волга буйы һәм Урал алды мосолмандары бөтә ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы башҡарыу өсөн ҡуллана, дини һәм донъяуи уҡыу йорттарында мотлаҡ өйрәнелә торған предмет була. Ғ.т. лексик берәмектәре башҡорт теленә ингән (ҡара: Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Хәҙ. ваҡытта Ғ.т. байтаҡ мәктәптәрҙә, мәҙрәсәләрҙә, БДУ һәм БДПУ‑ның филол. ф‑ттарында уҡытыла.

Әҙәб.: Баишев Ф.Н., Ғафаров И.З., Ғәләүетдинов И.Ғ. Ғәрәп теле. Өфө, 1998; Юшманов Н.В. Строй арабского языка. Л., 1938; Халидов А.Б. Арабские рукописи и арабская рукописная традиция. М., 1985.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика