ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы (18.12.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Имай‑Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а., — 19.2.1994, ш. уҡ р‑ндың Мөсәғит а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Родина” к‑зында (1959—80 йй. рәйес) эшләй. Г. етәкс. колхоз үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы 30 ц/га (1978), көнбағыштыҡы — 18,6 ц/га (1977); хужалыҡ район колхоздарын һәм совхоздарын иген культуралары орлоҡтары м‑н тәьмин иткән. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), “Почёт Билдәһе” (1964) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика