ҒӘЛИЕВ Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1.8.1934, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рәжәп а. — 6.9.2012, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Балаҡатай р‑нының “Билән” с‑зында, 1959 й. алып Дүртөйлө р‑нында (1968—94 йй. “Уңыш” к‑зы рәйесе) эшләй. Ғ. етәкс. колхоз респ. алдынғыларының береһе була: иген культуралары уңдырышлылығы 40—45 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3400— 3500 кг тәшкил итә. СССР ЮС‑ының 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1976, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика