ҒОСМАНОВ Рәсүл Үзбәк улы (19.12.1972, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ эшләй. 1995 й. окт. алып “Башҡортостан" агросәнәғәт банкыһында төп иҡтисадсы. 1996 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БНИИСХ‑ла: өлкән, 2000 й. окт. алып төп ғилми хеҙм‑р, 2005 й. — бүлек мөдире. 2000 й. авг. — БР Милли банкыһының сектор мөдире, 2013 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу ком‑ты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге аҙыҡ-түлек баҙарын, игендең төбәк баҙарын өйрәнеүгә, аграр мөнәсәбәттәр мәсьәләләренә арналған. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5‑се саҡырылыш депутаты. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Обоснование сценариев развития животноводства. Уфа, 2009 (авторҙ.); Развитие рынка фуражного зерна (теория, методология, практика). Уфа, 2009.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.