ҒӘЙФУЛЛИНА Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы [12.12.1938, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра‑Ҡотой а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). 1954 й. алып Туймазы р‑нының А.Матросов ис. к‑зында эшләй: сусҡа ҡараусы, 1962 й. — комплекслы бригада бригадиры, 1971—74 йй. һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977— 93 йй. зоотехник. Ғ. етештереүҙең юғары күрһәткестәренә ирешә: һәр инә сусҡанан йылына өс балалауҙа 42‑гә тиклем сусҡа балаһы алған (1959). Ленин (1960), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

 

Х е ҙ м.: Получу 50 поросят на основную свиноматку. Уфа, 1960. Әҙәб.: Х а к и м о в Р. Возмужание //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика