ҒОСМАНОВ Искәндәр Үзбәк улы (22.1.1971, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Дүртөйлө р‑ны “Маяҡ" к‑зының баш иҡтисадсыһы. 1995 й. алып БДАУ‑ҙа, 1996 й. — БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. башлап бүлек начальнигы. 2005 й. алып РФ Үҙәк банкыһы Урал баш идаралығының БР б‑са бүлегендә — Милли банкыһында эшләй: төп иҡтисадсы, 2006 й. башлап бүлек нач. урынбаҫары — сектор мөдире, 2007 й. — бүлек нач., 2014 й. алып бүлек секторы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре аҙыҡ-түлек, ер мөнәсәбәттәре баҙары һ.б. проблемаларға, иҡтисадтың финансҡа ҡарамаған секторы пр‑тиеларының финанс хәлен баһалау, урман ресурстарын яңынан етештереүҙе финанс яҡтан көйләү мәсьәләләренә һ.б. арналған. 115‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Концептуальные подходы к построению в РБ системы ипотечного кредитования под залог земель сельскохозяйственного назначения. Уфа, 2010.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке