ҒҮМӘРОВА Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы [3.2.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Ишбулды а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 27.7.1996, ш. уҡ р‑ндың Первомайский а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1937 й. алып Әбйәлил р‑нының “Йәнгел″ с‑зында эшләй (1938—76 йй. быҙау ҡараусы). 1966—70 йй. эсендә Ғ. 1026 быҙау үҫтергән (баш һанының именлеге 100%, уртаса тәүлек артымы 912 г). БАССР ЮС‑ының һәм РСФСР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018