ГУЛИНА Эльвира Александровна (27.9.1936, Нальчик — 21.1.2012, БР-ҙың Благовещен р-ны Ильина Поляна а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). . БАССР‑ҙың атҡ. малсыһы (1973). 1954—59 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Аҡсай р‑нында эшләй. 1960—88 йй. Благовещен р‑ны “Степановский" с‑зы һауынсыһы, машина м‑н һауыу оҫтаһы. Һауымдың юғары күрһәткестәренә өлгәшә (һәр һыйырҙан йылына кг): 5510 (1971—75), 6662 (1976—80), 7023 (1981—85). БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1981). СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1982). Ленин (1971, 1973), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика