ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы [23.2.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 4.11.2010, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Мәсетле МТС‑ында агроном булып эшләй, 1956 й. алып БНИИСХ‑ла: 1964 й. башлап бүлек мөдире, 1980 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары; 1983 й. алып БНИПТИЖиК дир., 1989— 92 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге адаптив болонсолоҡ проблемаларына арналған, Ғ. етәкс. Башҡортостандың төрлө типтағы тәбиғи мал аҙығы ерҙәрендә культуралы сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырыу һәм файҙаланыуҙың энергия һаҡлағыс технологиялары эшләнә. Уның ҡатнашлығында респ. юғары уңдырышлы орлоҡ етештереүҙең — “Люцерна” (1985), мал аҙығы етештереүҙең “Кукуруз” (1983), “Сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр” (1987) фәнни‑производство системалары төҙөлә. Ғ. тарафынан мал аҙығы культураһы сорттары (люцернаның — Уфимская 7 һәм могарҙың — Бельский) сығарыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

 Х е ҙ м.: Люцерна на корм и семена. М., 1982 (авторҙ.); Опыт создания и рационального использования культурных пастбищ. Уфа, 1989 (авторҙ.); Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991.

М.Ҡарисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика