ГРУША (Pyrus), армыт, роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияның урта һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури Г. үҫтерәләр. Сатыры яҡшы үҫешкән ағас, бейеклеге 7 м тиклем. Япрағы ябай, оҙонса‑овал. Сәскәһе аҡ, ҡалҡан кеүек сәскәлектәрҙә. Май айында сәскә ата. Емеше – алма, йомро формала, овал, оҙонса‑овал, төҫө көрәнһыу‑ҡыҙыл алһыулыҡлы һарғылт‑йәшелдән алып ҡуйы ҡыҙыл алһыулыҡлы йәшкелткә тиклем, массаһы 70 г етә, авг.—сент. өлгөрә. Емешендә шәкәр 9,2—11,2%, органик к‑талар 0,52—0,81%; С витамины 4,2—4,4 мг%, дуплаусы матдәләр һ.б. бар. Ҡышҡа сыҙамлы, ашлау юлы м‑н үрсетәләр. Башлыса көнсығыш һәм төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәрҙә рәттә 3—4 м ара м‑н ултырталар, рәт араһы 5—6 м. Уңдырышлылығы 150 ц/га (Кушнаренко тәжрибә-производство хужалығы, 2009). Емешен яңы йыйылған килеш һәм эшкәртеп ҡулланалар. Г. сорттарын булдырыу һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1937 й. алып Кушнаренко тәж.‑производство хужалығында үткәрелә (Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов һ.б.). Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР‑ҙа респ. селекционерҙары сығарған Башкирская летняя, Башкирская осенняя һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Сергеева В.И. Груша. М., 1960.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика