ГЕН ИНЖЕНЕРИЯҺЫ, маҡсатлы рәүештә яңы, тәбиғәттә булмаған ген берләшмәләрен сығарыуға бәйле молекуляр биология һәм генетика ысулдары. Г.и. нигеҙендә бер организм күҙәнәктәренән генды (йәки гендар төркөмөн) айырып алыу, уны башҡа организм күҙәнәктәренә, ш. иҫ. уның геномына, үтеп  инергә һәм уларҙа үрсергә һәләтле махсус йөрөтөүсе — “вектор” (нуклеин кислоталары молекулаһы, вирустар) м‑н берләштереү ята. Г.и. ярҙамында биотехнологияла ҡулланығлан организмдарҙың (башлыса микроорганизмдарҙың) яңы формалары алына. Г.и. ҡайһы бер генетика, медицина, ауыл хужалығы проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирә. Г.и. ысулдары ярҙамында бер нисә биологик актив матдә — инсулин, интерферон һ.б. алына. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башлап алып барыла. Биология институтында гендарҙың идара ителгән экспрессиялы плазмид векторҙары сығарыла (М.Ә.Камалетдинова), микроорганизмдарҙың ксенобиотиктарҙы утилләштереүгә һәләтле рекомбинант штамдары алына (Т.В.Маркушева). Биохимия һәм генетика институтында бер нисә ферменттың суперпродуцент микроорганизмдарының ген инженерияһы штамдары (В.А.Вәхитов, А.В.Чемерис), геморрагик биҙгәккә ҡаршы ДНК‑вакцинаның прототибы (Вәхитов, Ю.М.Никоноров), лектиндарҙың химера гендары (А.Х.Баймиев, Чемерис) булдырыла; түбән т‑ра (Ф.Р.Ғималов, А.В.Князев) һәм ауыр металдар (Чемерис) тәьҫиренә үтә сыҙамлы трансген үҫемлектәр сығарыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Ф.Р.Ғималов, Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика