ГЕНЕТИКА (гр. genesis — килеп сығыш), организмдарҙың нәҫеллеге һәм үҙгәреүсәнлеге закондары һәм уларға идара итеү ысулдары т‑дағы фән. Тикшеренеү объектынан сығып үҫемлектәр Г., хайуандар Г., микроорганизмдар Г., кеше Г.; башҡа фәндәр ҡулланған ысулдарҙан сығып биохимик Г., мед. Г., экологик Г. һ.б. айырыла.

Үҫемлектәр Г. Башҡортостанда үҫемлектәр Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. БНИИСХ‑ла башлана һәм борсаҡ (В.Х.Хангилдин), ужым бойҙайы, арыш (С.А.Ҡунаҡбаев), көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө (А.Л.Золотов, Б.М.Сәхәүетдинов, И.П.Юхин), емеш культуралары (Г.Ә.Мансуров, Л.Н.Стреляева) һ.б. үҫемлектәр селекцияһы мәсьәләләре м‑н бәйле була. 70‑се йй. башлап системалы генетик тикшеренеүҙәр Биохимия һәм генетика ин‑тында алып барыла: а.х. үҫемлектәрендәге гомеостаз проблемалары һәм гетерозистың молекуляр-генетик тәбиғәте өйрәнелә, тикшеренеү һөҙөмтәләре селекция материалының потенциаль продуктивлығын һәм борсаҡ, кукуруз һәм бойҙайҙың гетерозис гибридтары нәҫелен берләштерә алыу мөмкинлеген баһалау өсөн ҡулланыла. Үҙенән-үҙе орлоҡланыусы ҡарабойҙайҙың яңы эре бөртөклө полиплоид формаһы сығарыла. Үҫемлектәрҙең рибосомалы РНК‑ларының ген структураларын, ДНК‑ларының ҡабатланыусы нуклеотидтар теҙмәләрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (В.А.Вәхитов). Биология институтында in vitro спорофит морфогенез юлдарының генетик детерминацияһы өйрәнелә, спорофит морфогенездың инициаль күҙәнәк-микроспораларынан алып емеш биреүсе үҫемлек-регенеранттарға тиклем этаптары тикшерелә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре яҙғы бойҙайҙың гомозиготалы дигаплоид гибрид линияларын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алыу өсөн ҡулланыла (В.Ю.Горбунова). Ботаника баҡса‑институтында ағастар өҫтөндә популяцион-генетик тикшеренеүҙәр алып барыла (В.П.Путенихин, Н.В.Старова, З.Х.Шиһапов һ.б.).

Хайуандар Г. Хайуандар Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Аграр университетта алып барыла: бестужев тоҡомло һыйыр малдарында селекцияланыусы билдәләре булған трансферриндар һәм гемоглобин төрҙәренең генетик корреляцияһы өйрәнелә (О.А.Иванова, А.Е.Шокуров). 90‑сы йй. аҙағынан башҡорт атының генетик полиморфизмы өйрәнелә башлай, үрсетеүҙең төп зоналарында тоҡомдоң генетик структураһына анализ үткәрелә, тоҡом б‑са ДНК банкыһы төҙөлә, кеше тарафынан сығарылған тоҡомдарының генофондҡа генетик тәьҫир итеү кимәле билдәләнә (В.В.Хворов, И.А.Әхәтова), һыйыр малының лейкозға ҡаршы торған генының полиморфизмы өйрәнелә (Н.М.Шәрифуллина, Әхәтова). Биохимия һәм генетика ин‑тында башҡорт бал ҡортоноң генофондын контролдә тотоу өсөн молекуляр маркерҙар асыла (А.Г.Николенко), өйрәктәрҙең айырым һыҙмыҡлы субпопуляциялары гетерозиготалылығының кимәле өйрәнелә (И.Ю.Долматова).

Микроорганизмдар Г. Тикшеренеүҙәр 70‑се йй. башлап Биохимия һәм генетика ин‑тында алып барыла: бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк вирусына ҡаршы ДНК‑вакцинаның прототибы, биологик актив матдәләр суперпродуценттарының ген инженерияһы конструкциялары төҙөлә (Вәхитов).

Кеше Г. 60‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында кешенең нәҫел ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү һәм нәҫелдән нәҫелгә күсеү механизмдары өйрәнелә (Ф.М.Байбазарова, Ә.С.Мифтахова), нәҫелдән килгән нервы-мускул ауырыуҙары өҫтөндә клиник-эпидемиологик тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.А.Борисова, М.Е.Третьякова, Р.В.Мәғжәнов). 70‑се йй. алып Даун ауырыуын (Л.К.Закирова), гепатоцеребраль дистрофияны (Г.С.Перцев); фенилкетонурияны (С.Ш.Мырҙабаева, Л.Г.Цыпина), миотоник дистрофияны (Е.В.Сәйфуллина, В.Ф.Туник, Л.Р.Әхмәҙиева); енес хромосомаларының аномалияларын (Ф.Ғ.Исхаҡова) һәм нервы системаһының нәҫел-дегенератив ауырыуҙары булғанда енси функцияны (Д.З.Зайлалов) клиник-эпидемиологик өйрәнеү алып барыла. 70—90‑сы йй. Биохимия һәм цитохимия бүлегендә Волга‑Урал төбәге, Урта Азия һәм Төньяҡ Кавказ халыҡтарының генофонды һәм этногеномикаһы өҫтөндә тикшеренеүҙәр үткәрелә: ир һәм ҡатын линиялары б‑са эволюция моделдәре һәм популяциялар формалашыу тарихы реконструкциялана, төрлө этник компоненттарҙың популяцияларҙың формалашыуына индергән өлөшө баһалана, уларҙың генетик туғанлығы билдәләнә (Т.В.Викторова, Э.К.Хөснөтдинова, И.М.Һиҙиәтова), 12 моноген нәҫел ауырыуы гендарында мутациялар спектры һәм йышлығы өйрәнелә, уларҙы бала табыуға тиклемге һәм пресимптоматик ДНК-диагностикалау ысулдары эшләнә. Гендарҙа муковисцидоздың, фенилкетонурияның, тыумыштан булған һаңғыраулыҡтың, Вильсон-Коновалов һ.б. ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған яңы төр мутациялар табыла. 12 мультифакторлы ауырыуға (бронхиаль астма, шизофрения, эпилепсия һ.б.) бирешеүҙең гендары асыла һәм уларҙы иртә ДНК‑диагностикалау ысулдары эшләнә (О.Е.Мостафина, Хөснөтдинова). Мед.‑генетик консультация биреү практикаһына нәҫел ауырыуҙарын бала табыуға тиклемге һәм иртә ДНК-диагностикалау ысулдары индерелә (И.А.Ҡотоев, Р.И.Фәтхелисламова, В.Л.Әхмәтова һ.б.). Респ. халҡы, ш. иҫ. нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары эшселәре, организмының ағыулы сәнәғәт матдәләренә индивидуаль бирешмәүе өйрәнелә; ксенобиотиктарҙың биотрансформацияһы һәм антиоксидант һаҡланыу ферменттары барлыҡҡа килеүҙе тәьмин иткән гендарҙың һәм уларҙың аллелдәренең бүленеше ҡылыҡһырлана; уларҙың бауыр һәм тын юлдарының ағыуланыуға бирешкәнлеген күрһәткән маркер генотиптары билдәләнә (Викторова). Гендарҙы структур‑функциональ ойоштороу һәм клонлаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Вәхитов, А.В.Чемерис).

Теоретик Г. 80‑се йй. алып Биология ин‑тында Р.Н.Чураев тарафынан Мендель генетикаһы сиктәренән сыҡҡан шәхси нәҫеллек теорияһы эшләнә. Ген инженерияһы ысулдары м‑н эксперименталь рәүештә яһалма эпигендар (нәҫел берәмектәренең яңы класы) төҙөлә, функциональ нәҫел хәтере барлығы т‑да матем. формала раҫлауҙар, дөйөм нәҫел хәтеренең матди һаҡлағыстары т‑да “селтәр" гипотезаһы формалаштырыла.

Әҙәб.: ДНК-диагностика и профилактика наследственной патологии в Республике Башкортостан. Уфа, 2005.

Р.В.Мәғжәнов, Э.К.Хөснөтдинова, И.Ә.Әхәтова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика