ГРУБОВ Валерий Иванович (3.2.1917, Новгород губ. Сольцы ҡ. — 2.2.2009, С.‑Петербург), ботаник. Биол. ф. д‑ры (1963), проф. (1979). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1996). Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр систематикаһы проблемаларына (140‑тан ашыу яңы таксон тасуирланған), Үҙәк Азия флораһын өйрәнеүгә арналған. Украина ССР‑ының ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа Ботаника ин‑тында эшләй (1942—43). Г. ҡатнашлығында “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе" (1966) төҙөлә. Беренсе тапҡыр үҫемлектең яңы төрө — Урал зыягөлөн тасуирлай. В.Л.Комаров ис. пр. лауреаты (1984).

Хеҙм.: Определитель сосудистых растений Монголии (с атласом). Л., 1982.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика