ГОРЬКИЙ Максим (ысын исеме Пешков Алексей Максимович; 16.3.1868, Түбәнге Новгород ҡ. – 18.6.1936, Мәскәү өлк. Ленинские Горки ҡсб, Г. көлө һалынған урна Мәскәүҙә Кремль диуарына ҡуйылған), яҙыусы. СССР Яҙыусылар союзы идараһының тәүге рәйесе (1934—36). “Фома Гордеев” романы (1899), “Бала саҡ” (“Детство”; 1913—1914), “Кеше булыу” (“В людях”; 1915—1916), “Минең университеттарым” (“Мои университеты”; 1922) автобиографик трилогияһы, “Тормош төпкөлөндә” (“На дне”; 1902), “Дошмандар” (“Враги”; 1906), “Васса Железнова” (1910) пьесалары һ.б. авторы. 19–20 бб. (Көмөш быуат) урыҫ әҙәбиәтенең һәм совет әҙәбиәтенең төп шәхестәренең береһе. Социалистик реализмға нигеҙ һалыусы. Г. үҙе эшләгән “Самарская газета”ла (“Һамар гәзите”) 1895—96 йй. Өфө эшселәренең тормошо т‑да мәҡ. һәм фельетондар баҫтыра: “Өфөлә яҙ” (“Весна в Уфе”), “Әйткәндәй” (“Между прочим”; икеһе лә — 1895) һ.б. “Телһеҙ. Башҡорт легендаһы” (“Немой. Башкирская легенда”; 1896) әҫ. нигеҙендә — яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән ирек һөйөүсе кеше фажиғәһе. “Әсә” (“Мать”; 1906—1907) романында Ниловнаның прототиптарының береһе итеп ағалы-ҡустылы Кадомцевтарҙың әсәһе образы алынған. “Клим Самгиндың тормошо” (“Жизнь Клима Самгина”; 1925—1936, тамамланмаған) роман-эпопеяһында яҙыусы башҡ. ерҙәрен талау проблемаһына ҡағылып үтә. Г. әҫәрҙәрен башҡ. теленә З.А.Биишева, Б.Бикбай, Х.Т.Бикҡолов, М.Кәрим һ.б. тәржемә иткән. БР театрҙарында Г. әҫәрҙәре б-са “Егор Булычев һәм башҡалар” (“Егор Булычев и другие”), “Һуңғылар” (“Последние”), “Мещандар” (“Мещане”), “Тормош төпкөлөндә” (“На дне”) спектаклдәре ҡуйылған. Г. исеме Өфөләге, БР‑ҙың башҡа ҡалаларындағы урамдарға, ауылдарға, төрлө пр‑тиеларға бирелгән; яҙыусының исемен йөрөткән гимназия (ҡара: Гимназия №3) терр‑яһында уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Италия тураһында әкиәттәр. Өфө, 1950; Минең университеттәрем. Өфө, 1961;

Америкала: очерктәр. Өфө, 1981.

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. На Белой места такой красоты — ахнешь... //Любовь моя Башкирия. Уфа, 1985; Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика