ГЕМОСПОРИДИЯЛАР, ҡан споровиктары (Haemosporidia), споровиктар класына ҡараған иң ябайҙар ярым отряды. 5 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә ерҙә лә, башлыса тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа таралған. Башҡортостанда Plasmodium затына ҡараған 3 төрө бар. Тереклек итеү циклы хужа алмаштырыу м‑н барған паразит. Аралыҡ хужа (кеше) Г. спорозоиты м‑н анофелес заты серәкәйе (төп хужа) тешләгәндә зарарлана. Паразиттар аралыҡ хужа организмында (эске ағзаларҙа һәм эритроциттарҙа) күп тапҡыр бүленеү (шизогония) юлы м‑н үрсей. Енси процесс төп хужа ашҡаҙанында бара. Хәрәкәтсән зигота (оокинета) ашҡаҙан көбө аша үтә һәм ооцистаға (уның эсендә киләсәктә серәкәйҙең шайыҡ биҙҙәренә үтеп инеүсе күп спорозоит барлыҡҡа килә) әүерелә. БР‑ҙа осраған Г. төрҙәре кеше тапмаһын тыуҙырыусы (Plasmodium vivax — өс көнлөк, Plasmodium malariae — дүрт көнлөк, Plasmodium falciparum — тропик тапмаһы) булып тора.

М.Ғ.Баянов, Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика