ГЕЛЬМИНТТАР (гр. helmins, эйәлек килеш helminthos — ҡорт, глист), яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр һәм сәнскебаш ҡорттар тибына ҡараған паразит селәүсендәр. 17 меңдән ашыу (БР‑ҙа 680‑дән ашыу) төрө билдәле. Г. өсөн юғары үрсемлелек, енесһеҙ һәм партеногенетик юл м‑н үрсеү, анаэроб мөхиттә йәшәүгә яраҡлашыу (аш һеңдереү юлы паразиттары), йомортҡаларының оҙаҡ ваҡыт анабиоз хәлендә булыу һәләте хас. Үҫеш циклы үҙенсәлектәре б‑са Г. хужаларын алмаштырып үҫкән биогельминттарға (энәбаш ҡорттар, таҫма ҡорттар, трематодалар, нематодаларҙың бер  нисә төрө) һәм хужаһын алмаштырмаған геогельминттарға (аскаридалар, ҡамсығорттар, ҡыл селәүсендәр һ.б.) бүленә. Күпселек Г. балағорттары — умыртҡаһыҙҙарҙың, ҡайһы берҙәренеке умыртҡалыларҙың тәнендә үҫешә. Енси өлгөрөү стадияһында күпселек Г. умыртҡалыларҙа паразит булып йәшәй. Нематодалар класына ҡараған геогельминттарҙың айырым төрҙәре үҫемлектәрҙең (фитогельминттар) һәм бөжәктәрҙең (энтомогельминттар) паразиттары булып тора. Г. төрлө ағзаларҙа һәм туҡымаларҙа йәшәй; һәр төрҙөң билдәле бер тупланыу урыны була, мәҫ., күп хайуан паразиттары эсәклектә тереклек итә. Г. а.х. малына һәм һунар йәнлектәренә, культуралы үҫемлектәргә ҙур зыян килтерә. Шулай уҡ ҡара: Гельминтология.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика