ҒАФУРОВ Марсель Абдрахман улы [10.5.1933, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). М.А.Ғафуровтың ағаһы. К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1958 й. алып “Ленинец” гәз. эшләй (1967 й. башлап мөхәррир), 1972—83 йй. “Советская Башкирия” гәз. мөхәррир урынбаҫары. “Иртә ҡар” (“Ранний снег”) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1960 й. сыға. Репортаждар һәм юлъяҙмалар авторы. “...Легендаһыҙ ғына” (“...И никаких легенд”; 1964), “Көндөҙгө күк йондоҙҙары” (“Звёзды дневного неба”; 1979) һ.б. йыйынтыҡтарға ингән очерктары респуб‑ лика иҡт., фәне һәм техникаһының, мәҙәниәтенең көнүҙәк проблемаларына арналған. БАССР һәм Галле округының хеҙмәттәшлеге т‑дағы “Яҡынайыу” (“Сближение”; 1978) китабы ГДР‑ға барыу һөҙөмтәһендә яҙыла. Аҡмулла, Т.Х.Ғарипова, Д.Ф.Исламов, Ж.Ғ.Кейекбаев, К.Мәргән, З.Ғ.Ураҡсин, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һ.б. әҫ., “Башҡорт халыҡ ижады” (“Башкирское народное творчество”) йыйынтығына ингән байтаҡ башҡ. халыҡ әкиәтен урыҫ теленә тәржемә итә. С.Злобин ис. (2003), Б.Рафиҡов ис. (2005) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Времён живая связь: очерки. Уфа, 1984; История с детективом и просто история. Уфа, 2003; Территория памяти: воспоминания и рассказы. Уфа, 2008.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика