ГАРШИН Михаил Григорьевич (15.2.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивановка а. — 3.9.1993, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. 1950—93 йй. Дәүләкән р‑нының  М.И.Калинин ис. к‑зында эшләй (1959 й. алып рәйес). Г. етәкс. колхоз юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы — 35 ц/га (1978), һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3800 кг (1988) тәшкил итә. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика