ҒАРИФУЛЛИН Фәрит Шәрифулла улы [20.12.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Күсәрбай а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], агроном. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). А.х. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Биология ин‑тында эшләй: 1964 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта дир. урынбаҫары. 1980 й. башлап БДАУ‑ҙа: тупраҡ ғилеме каф. мөдире, 1983 й. — фәнни эштәр б‑са проректор, 1990—94 йй. игенселек һәм тупраҡ ғилеме каф. мөдире, 1995— 2009 йй. уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге шарттарында тупраҡтың барлыҡҡа килеү процесы үҙенсәлектәрен, тупраҡтың уңдырышлылығын, респ. тупраҡтарының агрофизик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Игенселектең тупраҡ һаҡлаусы һәм ландшафт системаларын эшләүҙә, БАССР терр‑яһын тупраҡ эрозияһы б‑са районлаштырыуҙы үткәреүҙә (1976), БАССР-ҙың тупраҡ картаһын төҙөүҙә (1975) ҡатнаша. 256 фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Чернозёмы Башкирии. Уфа, 1969 (авторҙ.); Физические свойства почв Южного Урала. М., 1979 (авторҙ.); Зональные экологические особенности почв РБ и адаптация систем земледелия к агроландшафтам. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика