ҒАРИПОВ Талмас Мәғсүм улы (31.7. 1928, Мәскәү), тел белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1974), проф. (1979). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). МДУ‑ны тамамлаған (1952). 1956—65 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1957 й. алып ғилми секретарь, 1960 й. — сектор мөдире, 1965 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1966 й. башлап БДУ‑ла (1968 й. алып дөйөм тел ғилеме һәм урыҫ теле каф., 1977 й. — урыҫ теле һәм сағыштырма тел ғилеме каф. мөдире); 1980 й. башлап БДПУ‑ла (2010 й. тиклем дөйөм тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Урал‑Волга буйы төрки телдәрен сағыштырма‑тарихи өйрәнеүгә, башҡ. теленең грамматикаһы, этимологияһы проблемаларына, телара бәйләнештәргә, социолингвистикаға, башҡорт тел ғилеме тарихына, шәрҡиәткә арналған. Ғ. тарафынан башҡ. һәм татар телдәренең, уларҙың диалекттары һәм һөйләштәренең фонетикаһы, морфологияһы һәм лексикаһының уртаҡ һәм айыр‑ малы билдәләре асыҡлана [“Урал-Волга буйының ҡыпсаҡ телдәре. Синхроник һәм диахроник ҡылыҡһырлау тәжрибәһе” (“Кыпчакские языки Урало‑Поволжья. Опыт синхронической и диахронической характеристики”; 1979)]. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бадминтон б‑са БАССР-ҙың тәүге чемп. (1966); 1965—81 йй. БАССР‑ҙың бадминтон б‑са йыйылма командаһы тренеры.

Ә ҫ ә р ҙ.: Башкирское именное словообразование. Уфа, 1959; Грамматика современного башкирского языка. М., 1981 (авторҙ.); Семиречие Башкортостана. Семиязычный словарь. Уфа, 1998; Bas˘kirica. Уфа, 2004.

Әҙәб.: Полвека в науке и просвещении: публикации Т.М.Гарипова и о нём. Уфа, 2003; Г р у н и н а Э.А. Т.М.Гарипов: к 80‑летию учёного //Вопросы тюркской филологии: материалы Дмитриевских чтений. М., 2009. Вып. 8.

 З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика