ГӘРӘЙ (Гәрәев) Йософ Ибраһим улы [7.3.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҙғыя а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 22.3.1988, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). 1923 й. алып Бәләбәй кантонында эшләй: уҡытыусы, 1928 й. халыҡ мәғарифы инспекторы. 1931 й. башлап БАССР‑ҙың мәғариф ХК‑нда инспектор-методист, 1936 й. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыта, 1937—39 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. “Тимер” (татар т.) исемле тәүге китабы 1932 й. сыға. “Йәйғор аша” (1974) һәм “Яҡташтарға хат” (1984) йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренә фәлсәфәүилек, гуманистик йөкмәтке хас. Балалар өсөн яҙылған “Өйрәнде нисек өрөргә көсөк” (1963), “Зирәк ҡуян” (1969) һ.б. китаптар авторы. “Банат Батырова” (“Наша Банат”, 1963; башҡортса 1966) документаль повесы Б.Х.Батыроваға арналған. Н.В.Гоголь, М.Горький, А.С.Пушкин, А.П.Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. 1940 й. репрессиялана (1950 й. тиклем тотҡонда була). 1957 й. аҡлана. Тыуған ауылындағы урамға Г. исеме бирелгән, ул йәшәгән өйгә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Шиғырҙар. Өфө, 1964; Телле сәскәләр: әкиәттәр. Өфө, 1977.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика