ГОРЧАКОВСКИЙ Павел Леонидович (3.1.1920, Красноярск ҡ. — 4.6.2008, Свердловск ҡ.), геоботаник. РФА акад. (1994), СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), биол. ф. д‑ры (1953), проф. (1954). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). Себер урман-техник ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Себер урман хужалығы һәм урманды файҙаланыу ҒТИ‑нда (икеһе лә — Красноярск) эшләй. 1945—59 йй. Урал урман-техник ин‑тының ботаника һәм дендрология каф. мөдире, 1958 й. алып РФА Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы ин‑тында (икеһе лә — Екатеринбург ҡ.): лаб. мөдире, 1987 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың үҫемлектәр япмаһының зональ һәм бейеклек бүленеше законлыҡтарын өйрәнеүгә, үҫемлектәр япмаһы классификацияһы һәм үҫемлек ресурстарын һаҡлау, тарихи фитогеография проблемаларына арналған. Г. Урал һәм уға яҡын терр‑я флораһының һәм үҫемлектәр донъяһының формалашыу этаптарын тасуирлай, Уралда экологик мониторингының теоретик һәм методологик нигеҙҙәрен эшләй. Башҡортостан терр‑яһында ботаник-географик районлаштырыуҙы  үткәрә, эндемиктарҙың, реликттарҙың үҫеү урындарын асыҡлай, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән күп үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре ареалының һыҙым-карталарын төҙөй. СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң үҫемлектәр япмаһы картаһын (1974), РСФСР‑ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының геоботаник картаһын (1980), РСФСР‑ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының үҫемлектәр донъяһын һаҡлау картаһын (1980) төҙөүҙә ҡатнаша. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. В.Н.Сукачёв ис. пр. лауреаты (2001). Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Хеҙм.: Основные проблемы исторической фитогеографии Урала. Свердловск, 1969; Широколиственные леса и их место в растительном покрове Южного Урала. М., 1972; Растительный мир высокогорного Урала. М., 1975.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика