ГОРЛАЧ Иван Дмитриевич (13.6.1922, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кохновка а., хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Кахновка а., — 17.6.1995, БР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып БАССР‑ҙың финанс министрлығында эшләй: 1946 й. башлап иҡтисадсы, 1952 й. — финанс бүлеге начальнигы. 1955 й. алып Дүртөйлө р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑з рәйесе, 1966—85 йй. Өфө р‑нының “Йоматау" с‑зы директоры. Г. етәкс. хужалыҡтар малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Я.М.Свердлов ис. к‑зда бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым яҡынса 2100 кг тәшкил итә, һәр инә сусҡанан уртаса 16 сусҡа балаһы алына (1965); “Йоматау” с‑зында йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 975 г, ит етештереү 4350 т була (1975). Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

М.Ҡарисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика