ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы [25.12.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәләкәй Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 3.10.1997, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Борай р‑нында эшләй: 1947 й. башлап һәм 1982—84 йй. Баҙраҡ а/с рәйесе; 1951 й. — А.А.Жданов ис., 1957—80 йй. В.И.Ленин ис. к‑з рәйесе. Г. етәкс. к‑з үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә ирешә: 1976—80 йй. иген культуралары уңдырышлылығы 30—35 ц/га тиклем күтәрелә, күп йыллыҡ үләндәр бесәне – 35—40 ц/га; хужалыҡ район колхоздарын күп йыллыҡ үлән орлоҡтары м‑н тәьмин итә. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Бәхтизин, Ф.З.Шафиҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика