“ГОРЗЕЛЕНХОЗ”, МУП. Йәшеллек зоналары булдырыу, ҡарау, реконструкциялау һәм уларҙың һаҡланыуын контролдә тотоу, декоратив үҫемлектәрҙең үрсетеү материалын етештереү һәм һатыу б‑са сараларҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 5 етештереү участкаһы, механизацияланған эштәр, ремонт-төҙөлөш, төргәкле сиҙәм үҫтереү б‑са участкалар, ултыртылған ағастарҙың һаҡланыуын күҙәтеү б‑са инспекция (Өфө р‑ны Чесноковка а.), декоратив ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫтереү б‑са питомник (Кушнаренко р‑ны «“Коммунальник” совхозы» бәләкәй пр‑тиеһы), теплицалар. 2010 й. 572 кеше эшләгән; 91,7 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 18,1 мең м² майҙанда — сәскәлектәр, 69,8 га газондар эшләнгән; 11,0 мең ағас һәм ҡыуаҡ һатылған; парк, сквер, урамдарҙағы һәйкәл һәм йәшел зоналарға капиталь ремонт, Ленин В.И. исемендәге паркка һәм Дуҫлыҡ аллеяһына реконструкция яһалған. Предприятиела төргәкле сиҙәм, күп компонентлы газон үләне ҡатнашмалары, эре ағастарҙы ҡыш ултыртыу һ.б. файҙаланып йәшелләндереү технологиялары ҡулланыла; һыу йыуҙырып килтергән тупраҡҡа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу технологияһы эшләнгән. 1935 й. “Зеленстрой" тресы булараҡ ойошторола, 1967 й. алып Махсуслашҡан йәшелләндереү хужалығы ремонт-төҙөлөш идаралығы, 1993 й. — “Г." подряд тресы, 1997 й. — хәҙ. статусты йөрөткән “Г." тресы.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика