ҒӘНИЕВ Мөнир Мирғәлим улы [14.3.1940, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Сәйрән а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], агроном. Биол. ф. канд. (1967), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (1999), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1990). БАХИ‑ны (1962), Ленинград а.х. ин‑тын (Пушкин ҡ., 1964) тамамлаған. 1962—64 йй. Күгәрсен һәм Ейәнсура р‑ндарының а.х. идаралыҡтарында үҫемлектәрҙе һаҡлау б‑са агроном. 1967 й. алып БДАУ-ҙа эшләй (1999—2010 йй. үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм биотехнология каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре баҫыу культуралары сәсеүлектәренең фитосанитар торошон, пестицидтар һәм биопрепараттар ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын өйрәнеүгә арналған. Ғ. БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналарында сәсеүлек агроэкосистемаларына пестицид баҫымы анализы үткәрә, ужым арышын, яҙғы бойҙайҙы ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан интеграциялы һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләй, улар БР‑ҙың а.х. индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Защита полевых культур. Уфа, 2003 (авторҙ.); Химические средства защиты растений. СПБ; Краснодар, 2013 (авторҙ.).

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика