ГОРБУНОВ Фёдор Михайлович [16.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Үрге Ләүәле а., (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.3.2003, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. 1943 й. алып Балаҡатай р‑нында эшләй: “XVII партсъезд" к‑зында, 1945—49 йй. Балаҡатай МТС‑ында; 1953 й. башлап К.Е.Ворошилов ис. к‑зда: 1954 й. — бригадир, 1960—86 йй. рәйес. Г. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә ирешә: иген культуралары уңдырышлылығы — 26,2 ц/га (1978), һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2500 кг (1983) тәшкил итә. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе" (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018