ҒӘЛИЕВ Наил Әхмәт улы (1.3.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туғай а. — 14.11.1997, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Йылайыр сорт һынау участкаһы мөдире, 1961 й. Балашов а.х. тәжрибә ст. лаб. мөдире (Һарытау өлк.), 1962 й. алып Ҡазан пед. ин‑тының ботаника каф. мөдире. 1966 й. башлап БДАУ‑ҙа (1979 й. тиклем ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы каф. мөдире). Ғ. тарафынан тамыраҙыҡтарҙы үҫтереүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ, энергия һаҡлаусы технологиялары, йәшелсә культураларын химик утау ысулдары эшләнә; аҙ таралған йәшелсә культураларын, ш. иҫ. йәшел культураларҙы һәм тәмләткес культураларҙы, үҫтереүҙең үҙенсәлектәре өйрәнелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Овощи, малораспространённые в Башкортостане. Уфа, 1996.

Н.М.Нурмөхәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика